Башҡорт теле - иманлы тел
7 декабрь 2021 й. дүртенсе синыфта "Башҡорт теле - иманлы тел" темаһына дәрес ойошторолдо. «Иманлы кеше ниндэй була?» һорауына әңғәмә ҡоролдо.
Иманлы кеше - рухи яҡтан бай кеше. Бындай кешеләргә ҡараһаң, уларҙың күҙ ҡарашынан, тышҡы ҡиәфәтенән, үҙ-үҙҙәрен тотошонан иман нуры, ниндәйҙер наҙлы, саф яҡтылыҡ бөркөлөп тора һымаҡ. Иманы булған кеше һүҙен уйлап, үлсәп һөйләр, береһенә лә насар итеп өндәшмәҫ, ә , киреһенсә, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итер. Әлбиттә, иманлы, рухи яҡтан бай кеше - ул күп уҡыған, үҙ өҫтөндә күп эшләгән, олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы була белгән кешелер ул.
Дәрес аҙағында һүрәттәр төшөрөп, мәктәп стендына элделәр. Дәресте Ә.Ф. Әүхәҙиева ойошторҙо.
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон #иманлыкеше